Башҡорт теле предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре



Дата09.10.2019
Размер0.68 Mb.

Башҡорт теле предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:



1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

    • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

    • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

    • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.




Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.



Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;



    • тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

    • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

    • эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

    • уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

    • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

    • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

    • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

    • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

    • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

    • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.



Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре

һаны

Диктант

5

Изложение

1

Инша

2

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;


-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде



Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
Һаумы, мәктәп! 7 сәғәт.

Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 7сәғәт.

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Атамалар ни һөйләй? 8 сәғәт.

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 8 сәғәт.

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Башҡорт театры. 4 сәғәт.

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. 7 сәғәт.

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Башҡорт аты. 8 сәғәт.

Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Башҡорт халыҡ милли аштары. 7 сәғәт.

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.
Күңелле яҙ килә. 12 сәғәт.

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Календарь – тематик планлаштырыу



Тема

Сәғәт.

һаны

9 А, 9В




9 Б

9 Г

План.

Фактик Үткәр.

План.

Фактик Үткәр.

План.

Фактик Үткәр.

Һаумы, мәктәп! 7 сәғәт. 1-се триместр










1.

А.Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ!

1

05.09




06.09




03.09




2.

К.Мәргән. Мәктәп.

1

07.09




07.09




05.09




3.

М.Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Һүҙбәйләнеш.

1

14.09




13.09




17.09




4.

М.Аҡмулла. Көҙ. Антонимдар.

1

19.09




14.09




19.09




5.

Инеш контроль диктант. Һалҡын көҙ.

1

21.09




20.09




24.09




6.

Чехов Башҡортостанда. Хаталар өҫтөндә эш

1

26.09




21.09




26.09




7.

Аҡҡош. Осоу юлдары. Эйә менән хәбәр

1

28.09




27.09




01.10




Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 7 сәғәт.













8.

Н.Мусин. Һай урманым… Ҡылым.

1

03.10




28.09




03.10




9.

Т.Ғәниева. Оло ялан.

1

05.10




04.10




08.10




10.

Күренеклк шәхестәр. Хәлдәр.

1

10.10




05.10




10.10




11.

Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?

1

12.10




11.10




15.10




12.

Ҡыҙыл китап.

1

17.10




12.10




17.10




13.

А.Игебаев. Донъябыҙҙан ни ҡала?

1

19.10




18.10




22.10




14.

Тыуған төйәк.

1

24.10




19.10




24.10







Атамалар ни һөйләй? 8 сәғәт
















15.

Ағиҙел.

1

26.10




25.10




29.10




16.

Октябрьский ҡалаһы.

1

31.10




26.10




31.10




17.

Ҡ.Аралбай. Ҡарауанһарай.

1

07.11




01.11




07.11




18.

Ҡ.Аралбай. Янғантауға мәҙхиә.

1

09.11




08.11




12.11




19.

Д.Мырҙаҡаева. Өфө һуҫары.

1

14.11




09.11




14.11




20.

Хан менән Алдар.

1

16.11




15.11




19.11




21.

Контроль диктант. Октябрь.

1

21.11




16.11




21.11




22.

Р.Насыров. А.Матросов. Хаталар өҫтөндә эш.

1

23.11




22.11




26.11







Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 8 сәғәт.
















23.

Ф.Рәхимғолова. Ҡыш.

1

28.11




23.11




28.11




24.

Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.

1

30.11




29.11




03.12







2-се триместр
















25.

Н.Мусин. Уралда ҡыш. Өндәш һүҙ.

1

05.12




30.11




05.12




26.

Ҡышҡы көн.

1

07.12




06.12




10.12




27.

Ҡышҡы Нардуған. Ҡышҡы байрамдар.

1

12.12




07.12




12.12




28.

Тымаулағанда.

1

14.12




13.12




17.12




29.

Р.Шәкүр. Яңы йыл.

1

19.12




14.12




19.12




30.

Инша. Ҡыш етте.

1

21.12




20.12




24.12




Башҡорт театры. 4 сәғәт.













31.

Ф.Фәтҡуллин. Өфөлә театрҙар. Өҫтәлмәләр. Хаталар өҫтөндә эш

1


26.12




21.12




26.12




32.

А.Мөбәрәков. Сағыштырыу.

1

28.12




27.12




16.01




33.

Бер театр тарихынан.Синоним һәм антонимдар.

1

16.01.17




28.12




21.01




34

Нурия Ирсаева. Хөсәйен Ҡудаш.

1

18.01




17.01




23.01




Башҡорт халыҡ ижады.7 сәғәт.







35.

Ә Сөләймәнов.Халыҡ ижады. Һөйләм.

1

23.01




18.01




28.01




36.

«Урал батыр» эпосы. Һандар.

1

25.01




24.01




30.01




37.

Алпамыша батыр. Бер составлы һөйләмдәр.

1



30.01




25.01




04.02




38.

Алпамыша батыр.

1

01.02




31.01




06.02




39.

Башҡорт халыҡ ижадында һандар.

1

06.02




01.02




11.02




40.

Изложение. Халыҡ ижады.

1

08.02




07.02




13.02




41.

Хаталар өҫтөндә эш.Таҡмаҡтар.

1

13.02




08.02




18.02




Башҡорт аты. 8 сәғәт.













42.

Н.Иҙелбаев. Ел, ерәнем.

1

15.02




14.02




20.02




43.

Б.Байым. Бәләкәс. Һандар.

1

20.02




15.02




25.02




44.

Контроль диктант.Ниндәй ул башҡорт аты?

1

22.02




21.02




27.02




45.

Ҡара юрға. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Хаталар өҫтөндә эш.

1

27.02




22.02




04.03




3- сө триместр
















46.

Б.Байым. Бәләкәс. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.

1


01.03




28.02




06.03




47.

М.Кәрим. Минең атым.

1

06.03




01.03




11.03




48.

Ә.Әминев. Турат.

1

13.03




07.03




13.03




49.

С.Агиш. Турыҡай.

1

15.03




14.03




18.03




Башҡорт халыҡ милли аштары.

7 сәғәт.













50.

Икмәк. Ҡымыҙ. Бал. Ҡушма һөйләмдәр.

1


20.03




15.03




20.03




51.

Контроль диктант. Башҡорт милли аш-һыуҙары.

1

22.03




21.03




03.04




52.

Хаталар өҫтөндә эш. Һ.Дәүләтшина. Ялсылыҡта.

1

03.04




22.03




08.04




53.

З.Биишева. Дуҫ булайыҡ.

1

05.04




04.04




10.04




54.

Ә.Байрамов. Сүпрә.

1

10.04




05.04




15.04




55.

Контроль инша. Ҡорот.

1

12.04




11.04




17.04




56.

Хаталар өҫтөндә эш. Ағас һауыт-һаба.



1

17.04




12.04




22.04




Яҙ килә. 12 сәғәт.













57.

Х.Мәхмүтов. Апрель. Һынамыштар.

1

19.04




18.04




24.04




58.

Я.Хамматов. Яҙ башланды. Мәҡәлдәр.

1

24.04




19.04




01.05




59.

А.Игебаев. Яҙ бүләге.

1

26.04




25.04




06.05




60.

Тал бөрөһө.

1

03.05




26.04




08.05




61.

Ғ.Дәүләди. Нөгөш шишмәләре.

1

08.05




02.05




13.05




62.

Контроль диктант. Июнь.

1

10.05




03.05




15.05




63

Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр.

1

15.05




10.05




20.05




64.

Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр.

1

17.05




16.05




22.05




65.

Ә.Лотфуллин. Хушлашыу.

1

22.05




17.05




27.05




66.

М.Кәрим.Яҙҙы яратам.

1

24.05




23.05




29.05




67.

М.Кәрим. Өс әхирәт.

1

29.05




24.05










68.

Д.Мырҙаҡаева. Йәйҙең хушлашыу айы.

1

31.05




30.05












Әҙәбиәт исемлеге


  1. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

  2. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Ситдиҡова Г.Р. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо – мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. - Өфө: «Виртуаль», 2009.

  4. Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма). - Өфө: Информреклама, 2012.

  5. Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2009.

  6. Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2009.

  7. Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2009.

  8. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009.

  9. Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. / Төҙөүсеһе И.Ә.Шарапов. - Өфө : Китап, 2010.

  10. Алдырханова- Кәримова Ә.Р. Салауат батыр – ил икән. - Өфө: Китап, 2009.


Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.

  3. Нәфиҡова З.Ғ., Вәлиева Ф.Ф. Күргәҙмә- Дидактик ҡулланма «Афарин». Телмәр үҫтереү һәм башҡорт телен үҙләштереү кимәлен белдереү диагностикаһы.

  4. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.

  5. Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп. «Аҡмулла тауышы» Шағир-мәғрифәтсе Мифтәхетдин аҡмулла әҫәрҙәрен башҡарыусылар конкурсы Республика фольклор байрамы. «М.Аҡмуллаға – 175 йыл».

  6. «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.

  7. Аудокасеталар балалар өсөн.

  8. Дидактик һәм таратма материалдар.

  9. Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.

  10. Минестерство оброзования Республики Башкортостан. ” Документальный фильм: Вместе дружная семья!!”

  11. Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең морфемалар (һүҙҙәрҙең мәғәнәләргә эйә булған өлөштәре) һүҙлеге: 10 000 самаһы һүҙ. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.

  12. Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.

  13. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.

  14. Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.

  15. Ураҡсина З.Ғ., Ураҡсин Ю.З. Русско-башкирский словарь. Уфа: Белая Река, 2008.

  16. Русско-башкирский учебный словар / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001


Материаль-техник ҡулланмалар

  1. видеомагнитофон;

  2. компютер;

  3. интерактивная доска;

  4. магнитофон.





Поделитесь с Вашими друзьями:


База данных защищена авторским правом ©uverenniy.ru 2019
обратиться к администрации

    Главная страница